• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

10 апрель Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Нефтекама тамашасыһына өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә🔥

«Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре нефтекамаларҙы ҡайнар хис – тойғолар тулы «мөхәббәт иленә» сәйәхәткә саҡыра. Мөхәббәт – ул донъяны үҙгәртә торған илаһи көс. Мөхәббәт – ул кешелектең гәжәйеп бер мөғжизәһе, йәшәү сығанағы. Мөхәббәт — ул күп һәм төрлө яҡлы. Ҡатын – ҡыҙ һәм ир-ат араһындағы мөхәббәт, тыуған илгә, тормошҡа мөхәббәт, әсәнең ғәзиз балаларына мөхәббәте… Ошо күп яҡлы мөхәббәт тураһында йыр-моң аша бәйән итәсәктәр филармония артистары.

Концертта Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм Шаһыбалов, Элмира Юлдашева, Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Айтуған Ғәйзуллин, Радмир Исмәғилев, Семен Конторщиков, Альберт Исмаил, Артур Сәғәҙиев, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Гөлназ Ильясовалар ҡатнаша.

Концерттың режиссеры – Редик Ғәниев.
Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

«Мөхәббәт иле» концертында көтәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле тамашасылар! Ашығығыҙ, килегеҙ, бергәләп хистәр тулы мөхәббәт илендә осрашайыҡ, дуҫтар!

✨Билет хаҡы 300-600 һум.
✨Касса: (347) 250-77-42

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония