• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

💕Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!💕
✨Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай! 💐💐💐
Һеҙгә бар күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ! Яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә, һөйөүенә төрөнөп, изгелектәренә ҡыуанып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер кисереп йәшәргә яҙһын! Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Байрам менән! ❤️

Ҡотло булһын Һеҙҙең байрамығыҙ,
Юлығыҙға гөлдәр һибелһен,
Март айының саф елдәре Һеҙгә
Бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен!
Күңел түрегеҙҙә һис бер ҡасан,
Яҡты ҡояшығыҙ һүнмәһен!
Бәхетле йондоҙоғоҙ күгегеҙҙә
Ғүмер буйы янһын, һүнмәһен!