• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының «Шайморатов-генерал» спектакле — Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә.

6 апрелдә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тамашасылар иғтибарына Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының «Шайморатов-генерал» спектакле күрһәтелде. Драма-реквием Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында данлыҡлы генерал-майор Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәтеренә бағышланған. Бай йөкмәткеле тарихи спектакль тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Шул дәүерҙәге ваҡиғалар теҙмәһе, актерҙарҙың оҫта, бирелеп уйнауы залдағы бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Сибай дәүләт башҡорт драма театры етәкселегенә һәм уның талантлы артистарына Нефтекама театр һөйөүселәре исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, уларға һаулыҡ, рух ныҡлығы, илһам һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы