• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө гастролдәр менән Яңы Отрада ауылы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында!❤

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары — Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иршат Ҡарасурин, талантлы һәм йәш йырсылар Гөлсиә Мараҡанова һәм Ләйсән Мәғәфүрова, ҡурайсы Айваз Малыбаев, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары Регина Дорофеева һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Муллағәлиев йыр-моңға, бейеүҙәргә бай йөкмәткеле «Рәсәй көсө — халыҡтар берҙәмлегендә!» тип исемләнгән патриотик концерт программаһы менән сығыш яһанылар🎵🎶