• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

✨️24 декабрь — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө.✨️
💫Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы республикабыҙҙа граждандар хоҡуғы һәм азатлығы, милли теләктәшлек, тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡ гаранты булып ҡала. Был байрам гөрләп алға барыусы республикабыҙҙың уңышлы үҫеше, мул тормошо символы булып тора.

✨️Ҡәҙерле дуҫтар!✨️ Һеҙҙе ошо мөһим байрам айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, лайыҡлы тормош, ижади үҫеш, Башҡортостан мәнфәғәтенә булған барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!🌷

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония