✨️Кисә, 6 февраль, республикабыҙҙың баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рушан Биктимеровтың юбилей концерты үтте. Ижади кисәлә «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары — Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Юнир Шәрифуллин һәм Регина Дорофеева ҡатнашты. Директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илгиз Мәсхүт улы Миңлеәхмәтов тә ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
🎶Талантлы ҡурайсы Рушан Биктимеровҡа ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ижади илһам һәм уңыштар теләйбеҙ.

Башҡортса
Русский