• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

✨️Бөгөн иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә.

✨Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Ул тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә һәм үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур мираҫи байлыҡ икәнен аңлата. Уны беҙ өйрәнеп, һаҡлап, бөгөнгө тормошта ла ҡулланып йәшәргә тейешбеҙ!

✨️Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Милли кейем көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Байрам менән!