• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

🖋Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында ҡатнашты.

💫Тантаналы сара артистарыбыҙ башҡарыуындағы башҡорт халҡының милли гимны – «Урал» йыры менән башланды.

💫«Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы» девизы аҫтында ойошторолған был халыҡ-ара белем биреү акцияһы Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалында үтте.

Башҡорт телен һаҡлау, популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек акцияһы быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә.

Диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, иркен аралашҡандар өсөн һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ойошторолдо.

Быйыл текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналды.

💫Акцияла ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған был сара күркәм байрам кәйефендә үтте.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы
#башҡорттелендәдиктант