Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Барҙа йыйын» байрамында ҡатнашты.
«Барҙа-йыйын» — киң күләмле һәм уникаль мәҙәни сара. Был байрам йыл һайын үткәрелә һәм ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн аралашыу, күрешеү майҙансығы булып тора. Унда ҡатнашыу Нефтекама дәүләт филармонияһы өсөн дә матур йолаға әүерелде.
Фестивалдең ҡунаҡтары йолаларҙы, оҫталар йәрминкәһенән, күргәҙмәләрҙе ҡараны, балалар һәм өлкәндәр өсөн ойошторолған уйындарҙа ҡатнашты. «Барҙа-йыйын»дың төп сараһы ат сабышы һәм милли көрәш булды.
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының сығышы милли байрамды биҙәне. Концерт программаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин башҡарған башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иршат Ҡарасурин, талантлы йәш башҡарыусылар Лиана Ғалина, Ләйсән Мәғәфурова, Гөлсиә Мараканова сығыштары сағыу булды. Иҙел Исҡужин башҡарған башҡорт ҡурайының көйлө һәм үҙенсәлекле тауышын, «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары башҡарған милли бейеүҙәрҙе тамашасылар яратып ҡараны.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский