⚡ Бөгөн Башҡортостан Республикаһының төп дәүләт байрамы — Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә!
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә бөгөн — 35 йыл!
⚡ Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Бөтә республика халҡын төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән!
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

Башҡортса
Русский