Бөгөн, 21 октябрь, Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә!
Ул данлыҡлы башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәсҡәровтың тыуған көнөнә тура килә. Ф.Ғәскәров — башҡорт хореографияһына ғүмерен арнаған, халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә сығарып, уларҙы юғары сәнғәт кимәленә күтәргән шәхес. Уның Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Милли бейеү — ул халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. Бейеүҙәр уникаль йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә.
Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!

Башҡортса
Русский