Бөгөн Халыҡ-ара Әсәйҙәр көнө билдәләнә!
⚡️Әсәй – һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге яғымлы һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Нәҡ ул беҙҙә юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.
⚡️Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс. Ҡатын-ҡыҙ өй йылыһын, ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, ә бар көсөн, белемен, тәжрибәһен ил эшенә лә ҡуша, тырышып хеҙмәт итә. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенән, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ!
🌹Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр!💕
Һеҙҙе донъялағы иң матур, иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!💐 Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен! Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ уҡыуҙағы һәм хеҙмәттәге уңыштары, йылы һүҙҙәре, изге эштәре менән һәр ваҡыт ҡыуандырһын! Был байрам көнөндә бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!💐

Башҡортса
Русский