5-6 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иң популяр проекттарҙың береһе — «Башҡорт йыры» республика телевизион фестиваль-конкурсының гала-концерты үтте🎶🎤 Бер сәхнәлә проекттың бөтә финалистары һәм еңеүселәре сығыш яһаны.
🎶Был ҙур йыр байрамы — гала-концертта Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Гөлсиә Мараканова, Нәфис Ниғәмәев, Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары ҡатнашты.
🎤«Башҡорт йыры-2025» телевизион йыр бәйгеһендә ҡатнашып, филармония солистары юғары һөҙөмтәләргә өлгәште:
🏆Нәфис Ниғәмәев — «Башкорт йыры»на тоғролоҡ өсөн» номинацияһы дипломанты, ә Гөлсиә Мараканова 2-се урынға лайыҡ булды!🔥
Артистарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!👏 Ижади уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!💐

Башҡортса
Русский