• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

14 ДЕКАБРЬ — БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!

⚡️14 декабрь – халҡыбыҙҙың билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Ул телебеҙгә хөрмәт, киләсәк быуынға тапшырыласаҡ изге аманат булып тора.
⚡️Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге. Ул халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
✨️Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ! Һәр беребеҙ үҙ теле менән ғорурланһын һәм уның сафлығын, матурлығын һаҡларға ынтылһын. Туған телебеҙҙе яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ!
Башкорт теле көнө менән, дуҫтар!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы