• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

24 декабрь — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө!

⚡️Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы республикабыҙҙа граждандар хоҡуғы һәм азатлығы, милли теләктәшлек, тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡ гаранты булып тора. Ул ата-бабаларыбыҙ мираҫын, телдәрҙе, мәҙәниәтте, халыҡтарыбыҙ дуҫлығын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлай.
Төп Законға нигеҙләнгән нормаларҙы һәм принциптарҙы тормошҡа ашырыу, Ватан мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итеү – алға ышаныслы хәрәкәтебеҙҙең нигеҙе.

⚡️Барығыҙҙы ла дәүләт байрамы — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, тыныс күк йөҙө, республика һәм бөтә ил именлеге хаҡына ижади эштәрегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!