🎵Бөгөн үҙенең күркәм юбилейын Нефтекама дәүләт филармонияһының йырсы-солисы, башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин билдәләй🥳🎉🎈🎂
⚡️Хөрмәтле Раян Мырҙабай улы!⚡️
🎶 Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы Һеҙҙе матур ғүмер байрамығыҙ – 50 йәш тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай! Бөгөнгө тантаналы байрамығыҙҙа Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади илһам, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, үҙ эшегеҙҙән йәм-тәм табып, милләтебеҙ сәнғәтенә оҙаҡ йылдар ихлас, фиҙәҡәр хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Иртәләрегеҙ – ҡояшлы, уйҙарығыҙ – яҡты, күңелегеҙ тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгегеҙ арыу-талыу белмәһен! Юбилейығыҙ менән!💐

Башҡортса
Русский