Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншиндың юбилей кисәһе үтте. Ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаны. Залда ла, сәхнәлә лә юбилярҙың дуҫтары, яҡындары, ижадташтары йыйылған ине. «Йырлап йәшәү – үҙе бер ғүмер» тип аталған сағыу концерт программаһында юбиляр башҡарыуында өр-яңы йырҙар һәм тамашасылар яратып тыңлаған билдәле, популяр хиттар, халыҡ йырҙары яңғыраны. Юбилей кисәһендә махсус саҡырылған ҡунаҡтар, билдәле йырсылар — Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсөм Бикбулатова, Искәндәр Ғәзизов, Марс Ишморатов, республика йыр бәйгеләре лауреаты Зәбирә Әминева, шулай уҡ данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнашты.
Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ күңелле ял минуттары бүләк итте.

Башҡортса
Русский