• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн, яҙҙың беренсе көнөндә, иң матур байрамдарҙың береһе – Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә, бала йәнле, туған хисле булған. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар.

Ҡәҙерле дуҫтар!
Барығыҙҙы ла башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Бар ғаиләләргә лә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, ҡулға-ҡул тотоноп, оҙон тормош юлын бергә үтергә яҙһын. Өйҙәрҙә һәр ваҡыт именлек, тыныслыҡ, һәр ҡайһыбыҙға бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һаулыҡ, именлек юлдаш булһын! Бер-берегеҙгә иғтибар һәм һөйөү йәлләмәгеҙ! Байрам менән!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы