Нефтекама дәүләт филармонияһының йырсы-солисы Гөлсиә Мараканова һәм уның тормош иптәше Илгиз Халисовты иң иҫтәлекле ғүмер байрамы — никах туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ 💍❤
Йәштәргә ныҡлы ғаилә һәм бәхетле киләсәк теләйбеҙ!
Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай аҡ,
мөхәббәтегеҙ ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, имен тормошта йәшәргә насип булһын Һеҙгә.
Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын!💐
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

Башҡортса
Русский