✨️Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнө билдәләнә✨️
💃Бейеү — халҡыбыҙҙың матур, сағыу, йәнле сәнғәте, дәртләндереүсе, рухландырыусы халҡыбыҙ хазинаһы. Унда халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни булмышы, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, инаныуҙары сағылыш таба.
Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистарын, балалар студияһын һәм бөтә бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы юғары үрҙәр, бәхет, тыныс күк йөҙө, именлек һәм сикһеҙ илһам теләйбеҙ!
💃 Бейеү тормошобоҙҙо биҙәй, күңелдәрҙе йәшәртә!
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булмайыҡ, бейеп йәшәйек!
Бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар!💕


Башҡортса
Русский