• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн иң матур байрамдарҙың береһе — Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә 👨‍👩‍👧💕

Ғаилә — киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ата-әсә — ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

⚡️Ихлас күңелдән бөтәгеҙҙе лә ошо күркәм байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләбеҙ һәр ваҡыт имен булып, балаларыбыҙҙың шат тауышына күмелеп торһон, йортобоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен. Ғаилә усағыбыҙ йылы, ныҡлы булһын! Байрам менән!💕