Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә 🇷🇺
Был көн бөйөк Рәсәй халҡын берләштереп, үткәндәргә ихтирам, Ватанға һөйөү уята, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында хәстәрлекте үҙ эсенә ала. Беҙ үҙ илебеҙ, уның тарихы менән ғорурланабыҙ, лайыҡлы киләсәгенә ышанабыҙ. Быуаттар буйы йәшәп килгән ватансылыҡ һәм гражданлыҡ традициялары – артабан да халҡыбыҙҙы берләштерһен!
Дәүләтебеҙҙең төп байрамы – Рәсәй көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Оло байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, киләсәккә ышаныс һәм көндәлек хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Тыуған илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булһын!
Рәсәй көнө менән, дуҫтар!🇷🇺

Башҡортса
Русский