8 сентябрҙә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Был яңы иҫтәлекле дата Президент Владимир Путин тәҡдиме менән булдырылды һәм бөйөк дағстан шағиры Рәсул Ғамзатовтың тыуған көнөнә арнала. Уның ижады илебеҙ халыҡтарының дуҫлығы һәм берҙәмлеге символына әүерелде.
Байрамдың төп маҡсаты — Рәсәйҙең тел байлығын һаҡлау, туған телдәрҙе популярлаштырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм илдә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләү.
Тел йәшәгәндә генә халыҡ йәшәй, сөнки тел — милләттең йәне, уның мәҙәниәте, тарихы һәм киләсәге.
Үҙ мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен хөрмәт итәйек!
Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө менән, дуҫтар!

Башҡортса
Русский