Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә
Был байрам мәҙәни кодты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән.
Милли кейем көнө — халыҡтарҙы берләштереүсе һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫының байлығын күрһәтеүсе сараларҙың береһе.
Милли кейем – халыҡтың визит карточкаһы, ул быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы.
Республикабыҙҙа йөҙәр йылдар дауамында төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, традициялары, мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Милли кейем халыҡтың характерын һәм донъяға ҡарашын күрһәтә: биҙәктәр һәм орнаменттар тәрән мәғәнәгә эйә, төҫтәр кәйефте һәм ҡиммәттәрҙе сағылдыра, ә үҙенсәлекле элементтар танылып торған символдарға әүерелә.
Тамырҙарын, йолаларын, халҡының тарихын, милли мәҙәниәтен ҡәҙерләгән халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә бар.
Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Байрам менән, дуҫтар!
#Нефтекамадәүләтфилармонияһы
#МиллиКейемКөнө2026
#ЭтноКодБашкортостан
#МинМиллиКейемдә
#ДеньНациональногоКостюмаРБ2026

Башҡортса
Русский