• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

АТАЙ… ЙЫЛДАР АША ҺАҠЛАНҒАН МӨХӘББӘТ

Ваҡыт һиҙҙермәй генә үтә… Беҙ үҫәбеҙ, үҙгәрәбеҙ, үҙ тормошобоҙҙо ҡорабыҙ. Әммә күңел түрендә ҡасандыр атайыбыҙ ҡулында иркәләнеп ултырған бәләкәй балалар булып ҡала бирәбеҙ.

Уның ҡосағында — тыныслыҡ, һүҙҙәрендә — терәк, ә күҙҙәрендә беҙҙең һәр уңышыбыҙ өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ бар ине.

📸 Атайҙар көнө уңайынан Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары күңелдәренә иң ҡәҙерле фотолары — атайҙары һәм үҙ балалары менән төшкән ғаилә һүрәттәре менән уртаҡлашты.

Беҙ ошо ҡәҙерле хәтирәләргә бер нисә мәлгә йән өрөргә булдыҡ…

Тағы бер тапҡыр яҡындарыбыҙҙың йылмайыуын күреү, ҡосаҡтарының йылыһын тойоу һәм ҡабатланмаҫ бәхетле мәлдәргә әйләнеп ҡайтыу өсөн…

Кемдер бөгөн дә атаһын ҡосаҡлай ала, ә кемдер уның яҡты йөҙөн тик хәтирәләрендә һәм иҫке фотоларҙа ғына һаҡлай…

Ләкин атай мөхәббәте бер ҡасан да юғалмай. Ул беҙҙең күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә, балаларыбыҙҙа йәшәүен дауам итә.

Һәм бер көн килеп беҙ үҙебеҙ ҙә атай-әсәй булабыҙ. Балаларыбыҙға шул уҡ мөхәббәтте, хәстәрлекте һәм ышаныслы терәкте бүләк итәбеҙ.

❤️ Йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә атай мөхәббәте мәңгелек булып ҡала.

Атайҙарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ! Уларҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ, иң йылы һүҙҙәрегеҙҙе әйтергә онотмағыҙ.

Атайҙар көнө менән! ❤️

Ихлас һөйөү һәм рәхмәт хистәре менән,
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары. 🎭

_____________________________________

❤️ ПАПА… ЛЮБОВЬ, КОТОРАЯ ЖИВЁТ СКВОЗЬ ГОДЫ

Время летит незаметно… Мы взрослеем, меняемся, строим свою жизнь. Но в глубине души навсегда остаёмся теми маленькими детьми, которых когда-то папа держал на руках.

В его объятиях было спокойно. В его словах — поддержка. А в его глазах — гордость за каждую нашу победу.

📸 В честь Дня отца артисты Нефтекамской государственной филармонии поделились самыми дорогими сердцу фотографиями — со своими папами и собственными детьми.

Мы решили на мгновение оживить эти воспоминания…

Чтобы снова увидеть родные улыбки, почувствовать тепло объятий и вернуться в те счастливые мгновения, которые уже не повторить.

Кто-то сегодня может обнять своего папу, а кто-то бережно хранит его образ лишь в памяти и на старых фотографиях…

Но отцовская любовь не исчезает. Она продолжает жить в нас, в наших сердцах, в наших детях.

И однажды мы сами становимся родителями, чтобы подарить своим детям ту же любовь, заботу и чувство защищённости.

❤️ Меняются годы, сменяются поколения, но отцовская любовь остаётся неизменной.

Берегите своих пап. Обнимайте их чаще. Говорите им самые важные слова, пока есть такая возможность.

С Днём отца! ❤️

С любовью и благодарностью,
артисты Нефтекамской государственной филармонии. 🎭