• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

💃🕺 Бөгөн, 21 октябрь, Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә!

Милли бейеү — ул халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. Бейеүҙәр уникаль йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә.

Был көн осраҡлы һайланмаған: тап 21 октябрҙә бөйөк башҡорт хореографы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров донъяға килгән. Уның исемен йөрөткән дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бөгөн дә республиканың бейеү сәнғәтен данлай.

Ә һеҙҙең ғаиләгеҙҙә милли бейеү менән шөғөлләнеүселәр бармы? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ 👇

🎶 Милли бейеү көнө менән, дуҫтар! Бейеүебеҙҙе һаҡлайыҡ, бергә булайыҡ!