• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Республикабыҙ күркәм емештәренең береһе – 1998 йылдың 17 октябрендә Нефтекама дәүләт филармонияһын асыу булды.Башҡортостан етәкселегенең бындай ҡыйыу, аҡыллы аҙымы – төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн генә түгел, ә бөтә Республика сәнғәт тормошо өсөн — ҙур асыш булды.
Әйтергә кәрәк, Нефтекама филармонияһы, башҡа сәнғәт усаҡтарынан айырмалы рәүештә, үҙенең күпмилләтле ижади коллективтары булыуы менән айырылып тора.Был инде филармонияға Республикабыҙ милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға етди көс һәм ярҙам булды һәм булып килә. Был сәнғәт усағында беренсе көндәрҙән үк профессиональ, компетентлы артистар тупланды, шуға ла, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, Нефтекама филармонияһына башҡа филармониялар кимәленә күтәрелеп, Республика сәнғәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡырға ҙур мөмкинселек тыуҙы.Ижади коллективтар республика район-ҡалаларында ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәрендә лә уңышлы сығыш яһай башланылар һәм бөгөнгө көндә лә был матур традиция дауам итә.Ә индҽ филармониябыҙҙың танылған «Түңгәүҽр» бҽйҽү ансамблҽ бҽрҽнсҽ көндәрҙән үк бай һәм лайыҡлы рҽпҽртуар әҙҽрләп, тамашасыны таң ҡалдыра. Ансамбль башҡорт, рус, татар, мари бҽйҽүҙәрҽнән тыш, сит ил халыҡ бҽйҽүҙәрҽн дә ҙур оҫталыҡ мҽнән башҡара.
Филармония асылыу мҽнән «Түңгәүҽр» ансамблҽ тиҙ арала танылыу яулай. Улай ғына ла түгҽл, сит илдәрҙә лә гастрольдәрҙә булып өлгөрә. Билдәлҽ бҽйҽү ансамблҽ Төркиә, Италия, Балтика илдәрҽндә уңышлы сығыш яһап, оло баһаға лайыҡ булдылар. Бөгөнгө көндә лә улар һәр сараның иң сағыу өлгөһөн тәшкил итәләр. Юғары профҽссионаллҽк, дәрт-дарман, көс-ғәйрәт, гүзәллҽк һәм нәфислҽк — «Түңгәүҽр» бҽйҽү ансамблҽнҽң төп һыҙаттары. Беҙҙең филармония, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә.Бигерәк тә, милләттәштәребеҙ күп йәшәгән: Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һамар, Ҡурған, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы, Удмурт, Татарстан, Марий-Эл республикалары менән даими бәйләнеш булдырылған. Беҙҙең артистар, уларҙа үткәрелгән бөтә һабантуйҙарҙың һәм башҡа милли байрамдарҙа ҡатнаша, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ артистарға айырыуса рәхмәтле. Хөрмәтле милләттәштәр! Һеҙҙе яҡынлашып килеүсе Республика көнө уңайы менән барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә аяҙ күк йөҙө, тыныс таңдар, шатлыҡлы көндәр тҽләйбҽҙ!