Хөрмәтле тамашасылар!
13 октябрь 19 сәғәттә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йондоҙҙары күңелле, йыр-моңға бай «Тыуған ерем - Рәсәй! » тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Бай йөкмәткеле сағыу программала филармонияның бөтә ижади төркөмө ҡатнаша. Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашаға рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Нефтекама дәүләт филармонияһы Ленин урамы, 9, г. Нефтекамск
🎶Хөрмәтле йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
18 октябрь 19 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо, бөтә Рәсәй һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Сүриә Ғималова профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 25 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған «Өмөт» тип аталған концертына саҡыра!💫
✨Байрамдың махсус ҡунаҡтары - Башҡортостандың халыҡ артистары - мәшһүр көлкө оҫтаһы Лилиә Фәтихова һәм оҫта баянсы Хәлит Фәтихов!🔥
Сағыу сығыштар,💥 заманса хиттар,🔥 тере тауыш🎤 менән башҡарылған йырҙарға бай тамашала һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле тамашасылар!🤗
Хөрмәтле йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
20 октябрь 19 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо, халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Сулпан Ғәфүрйәнова «Тормош матурлығы» тип аталған концертына саҡыра! Ҡабатланмаҫ моңло йырсының профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күңелле, йыр-моңға бай программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ, шулай уҡ сағыу тамашала данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре һәм талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнаша! Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!