“Леопольдтың тыуған көнө” әкиәте.
“ЛЕОПОЛЬДТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ”.
Ике шаян, Аҡ һәм Һоро сысҡандар, Леопольд исемле бесәйҙе үсекләп, ҡоторорға яраталар икән. Шулай итеп, бер көндө, улар бесәйҙең тыуған көнөн боҙорға теләп, төрлө хәйләкәр эштәр уйлап сығара. Әммә үҙҙәренең тоғро дуҫтары – доктор – Эт һәм бәләкәй тамашасылар ярҙамында тыуған көнөн матур, онотмаҫлыҡ байрамға әйләндерә.
“Шайморатов-генерал” драма-реквиемы.
“Шайморатов-генерал” драма-реквиемы (Ф.Бүләков, реж. И.Муллабаев) данлыҡлы М.М.Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәтеренә бағышлана.
Реквием – ҡайғы, хәсрәт теле, ул – талантлы кешенең трагедияһы хаҡында. Командованиеның хаталы иҫәбе арҡаһында, авиация һәм артиллерия ярҙамынан мәхрүм ителеп, Шайморатов етәкселек иткән дивизия “Ясная поляна” ауылында тороп ҡала. Генерал дошмандың автоматлаштырылған 2 полкын һәм 80 танкын нисек булһа ла туҡтатырға, үткәрмәҫкә тигән бойороҡ ала. Уның дивизияһында тик аттар һәм шашка менән ҡоралланған егеттәр. Бик ҙур тәжрибәле, быға тиклем алыш тактикаһы буйынса бер ваҡытта ла яңылышмаған етәксе алдына мөмкин булмаған маҡсат ҡуйыла. Һәм ул буласаҡ яҙмыштарын күрә тороп, ҡанлы алышҡа иң яҡшы яугирҙәрен ебәрергә мәжбүр була. Ауыр мәлдәрҙә лә сигенмәй, танктарға ҡаршы ҡаһармандарса алышыусы дивизияның, уның командирының уй-кисерештәрен, батырлыҡтарын халыҡҡа түкмәй-сәсмәй еткереү – спектакль авторҙарының төп маҡсаты.
Актерҙар, декорация, костюмдар, музыка, хәрәкәт, хатта залдағы һәм сәхнәләге ут яҡтылығы бер-береһен тулыландырып спектаклдең уңышына булышлыҡ итә. Уникаль тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!