• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«АРТ-Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы.

«АРТ-Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы.

«АРТ-Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы.

14 майҙа Өфөлә «АРТ- Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы асылды. Был форумда Нефтекама дәүләт филармонияһы ла әүҙем ҡатнашты. Тотош республиканан мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар килгән. Көн дауамында түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. 2021 йылда «АРТ- Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы Бөтә донъя фольклориадаһына арналған, ә артабан ул мәҙәниәт өлкәһендә стратегик ҡарарҙарҙы тикшереү, ҡабул итеү майҙансығына әүерелергә тейеш.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы