Бөгөн, 21 март, Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә
Бөгөн, 21 март, Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә
1999 йылда ЮНЕСКО-ның 30-сы конференцияһында был көндө билдәләү тураһында ҡарар сығарыла.
Шиғриәт байрамын булдырыу инициативаһы менән беренсе тапҡыр Америка шағиры Теса Уэбб сығыш яһай.
Шиғриәт – кешелек тарихының иң боронғо сәнғәте. Ул илдәрҙе, халыҡтарҙы, мәҙәниәтте берләштерә, кешеләргә бер-береһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Шиғри юлдарға һалынған уй-хистәр быуаттар дауамында йөрәктәребеҙгә үтеп инеп, беҙҙең ҙур бер ғаилә булыуыбыҙҙы, әммә һәммәбеҙҙең төрлө, ә шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә оҡшаған булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә. Республикала шиғри һүҙгә, уның көсөнә иғтибар ҙур. Йыл һайын билдәле шағирҙарҙың китаптары донъя күрә, телевидение-радио эфирында әленән-әле шиғырҙар уҡыла, яңы проекттар әҙерләнә.
Шиғриәт көнө менән, дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский