Бөгөн артистарыбыҙ “Шәжәрәңде барла!» концерт программаһы менән Нефтекама дәүләт филармонияһында сығыш яһаны
Бөгөн артистарыбыҙ “Шәжәрәңде барла!» концерт программаһы менән Нефтекама дәүләт филармонияһында сығыш яһаны. Бейеүгә, йыр-моңға бай мауыҡтырғыс тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын бүләк итте.
Тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының баш белгесе, «Без башкортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының хәрәкәте етәксеһе Бәхтиев Радик Рәлиф улы, Туймазы ҡалаһының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил, Нефтекама ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғайсин Ринат Рәшит улы, Милли мәҙәниәт үҙәге етәксеһе Ғилемханова Гөлнара Рәшит ҡыҙы, сәнәғәт һәм иҡтисад эштәре буйынса ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Имамов Илдар Хәмит улы, мари милли үҙәге етәксеһе урынбаҫары Баиров Владимир Мингәрәй улы ҡатнашты.
31 октябрь 19 сәғәттә беҙ тамашасыларҙы Дүртөйлө ҡалаһында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы



Башҡортса
Русский