• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә

Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә

Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә

Бөгөн, яҙҙың беренсе көнөндә, иң матур байрамдарҙың береһе – Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

 

Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә, бала йәнле, туған хисле булған. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар.

 

Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Бар ғаиләләргә лә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, ҡулға-ҡул тотоноп, оҙон тормош юлын бергә үтергә яҙһын. Өйҙәрҙә һәр ваҡыт именлек, тыныслыҡ, һәр ҡайһыбыҙға бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һаулыҡ, именлек юлдаш булһын! Бер-берегеҙгә иғтибар һәм һөйөү йәлләмәгеҙ! Байрам менән!

 

Ғаилә — ул усаҡ, йылылыҡ , яҡтылыҡ ;

Ғаилә — ул дуҫлыҡ , татыулыҡ , яҡшылыҡ;

Ғаилә — ул шатлыҡ , берҙәмлек , туғанлыҡ;

Ғаилә — ул хеҙмәт , уңғанлыҡ , булғанлыҡ;

Ғаилә — ул байлыҡ , муллыҡ һәм бәрәкәт;

Ғаилә — ул табышмаҡ , борсоу һәм мәшәҡәт;

Ғаилә — ул бәхет , хыял һәм мөхәббәт;

Ғаилә — ул йәшәйеш , шәфҡәт һәм мәрхәмәт;

Ғаилә — ул бәлә , беренсе аҙымдар;

Ғаилә — ул байрам , күңелле сығымдар;

Ғаилә — ул тормош , үпкә һәм талаштар;

Ғаилә — ул бер фән , күп төрлө ҡараштар;

Ғаилә — ул бөтөнлөк , тигеҙлек һәм хөрлөк;

Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы