Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Бәләбәй ҡалаһында сығыш яһаны
Гастролдәр дауам итә. Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Бәләбәй тамашасыһына «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған ҙур концерт бүләк итте. Тамашасылар артистарҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте: һәр концерт сығышын улар дәррәү алҡыштарға күмде. Ижади төркөм башҡарыуындағы сағыу сығыштар — тере тауыш менән башҡарылған моңло йырҙар, сихри ҡурай моңдары, дәртле бейеүҙәр – бер кемде лә битараф ҡалдырманы!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы


Башҡортса
Русский