Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөнөң концерты уҙҙы
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөнөң концерты уҙҙы. «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған күңелле, бай йөкмәткеле программала Раян Алтыншин һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны, шулай уҡ сағыу тамашаны үҙҙәренең дәртле сығыштары менән данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре, талантлы музыканттарыбыҙ Айваз Малыбаев һәм Радмир Ғәлиев йәмләне.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский