• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Салауат районының Малаяҙ ауылында сығыш яһаны

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө “Алтындарҙан аҫыл моңдарым” тип аталған сағыу концерт программаһы менән Салауат районының Малаяҙ ауылында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсылары Сүриә Ғималова, Ләйсән Нурыева, Илнур Мөфтәхов, Лиза Ғасҡарова, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин башҡарыуындағы милли рухлы йырҙар, виртуоз музыканттарыбыҙ Айваз Малыбаев һәм Радмир Ғәлиев башҡарыуындағы милли музыка ҡоралдары композициялары, данлыҡлы «Түңгәүер” бейеү ансамбле артистары Динар Йыһанов һәм Марина Шахмина башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы