Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл!
12 февраль Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл!
Рәми Ғарипов — күренекле башҡорт шағиры, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәржемәсе. Ул ғүмер буйы ижадында башҡорт телен, тыуған яғын һәм халҡын маҡтаны. «Йүрүҙән» исемле тәүге китабын, «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Р.Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә шағирҙың өлөшө айырыуса ҙур.
«Туған тел» шиғыры Рәми Ғарипов ижадының ғына түгел, ғөмүмән башҡорт, төрки әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә. «Туған тел» – шағирҙың кредо шиғыры, уның гражданлыҡ позицияһы, туған халҡына һөйөүе.
Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы републикабыҙҙа бик күп саралар үткәрелә.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский