Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов етәкселегендәге “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжында сығыш яһаны
Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов етәкселегендәге “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсылары Сулпан Ғәфүрйәнова, Нәфис Ниғәмәев, Руфина Йәнбирҙина, Ғәзинур Хәлимов башҡарыуындағы моңло йырҙар, виртуоз музыканттарыбыҙ Ильяс Гәрәев һәм Нәфис Ниғәмәев башҡарыуындағы милли музыка ҡоралдары композициялары, данлыҡлы «Түңгәүер” бейеү ансамбле артисы Нәҙилә Ҡасимова башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Тамашасылар был күркәм саранан үҙҙәренә дәрт алып, рухланып, артистарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский