Бөгөн үҙенең тыуған көнөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе Алтыншин Раян Мырҙабай улы билдәләй
🎶 Бөгөн үҙенең тыуған көнөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе Алтыншин Раян Мырҙабай улы билдәләй.
Хөрмәтле Раян Мырҙабай улы!
Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы Һеҙҙе матур ғүмер байрамығыҙ – тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлай! Һеҙгә бәхет, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, ижади илһам һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Янығыҙҙа бары тик ихлас, тоғро һәм ышаныслы дуҫтарығыҙ булһын!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский