• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн илебеҙ иң матур байрамдарҙың береһе — уҡытыусылар көнөн билдәләй.

Бөгөн илебеҙ иң матур байрамдарҙың береһе — уҡытыусылар көнөн билдәләй.

Ошо уңайҙан ҡала мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр һәм профессиональ сәнғәт әһелдәре оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, сағыу тамаша күрһәттеләр.
Нефтекама филармонияһы йырсыһы Иршат Ҡарасурин күркәм тамашаға тағы ла сағыуыраҡ биҙәктәр өҫтәне. Иршаттың сығышы һәр саҡтағылай тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Беҙ Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ үҙегеҙҙе һәр саҡ еңеүҙәре һәм уңыштары менән һөйөндөрөп торһон!