• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн күренекле дәүләт, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына — 90 йыл.

Республика етәксеһе булып эшләгән осорҙа М.Ғ. Рәхимов уның социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе, һәр ваҡыт үҙ халҡына тоғролоғон иҫбатланы. Башҡортостан илебеҙҙең сәнәғәт йәһәтенән алға киткән төбәктәренең береһенә, федераль бюджет донорына, ҡеүәтле нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, машиналар эшләү һәм энергетика һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙә үҙәк регионға әүерелә.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы айырыуса милли мәҙәниәтте үҫтереүгә иғтибар бүлде. Уның башланғысында республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән бик күп фестивалдәр, күргәҙмәләр, концерттар һәм башҡа мәҙәни саралар уҙғарылды. Мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау эштәре гөрләп торҙо, мәҙәни үҙәктәр ишектәрен асты.
1998 йылдың 8 ғинуарында Мортаза Рәхимов указы менән Башҡорт дәүләт филармонияһының Нефтекама филиалы асыла. Был күренеш ошо ҡалала һәм яҡын райондарҙа йәшәгән халыҡты профессиональ сәнғәт донъяһы менән яҡындан һәм даими танышыу мөмкинлеген бирә, музыкаль һәм мәҙәни мираҫҡа ҡарата иғтибарын йәлеп итә. Филармония асылыуы Нефтекама ҡалаһының музыкаль тормошоноң сәскә атыуына ла булышлыҡ итә.
Мортаза Рәхимов бөгөнгө көндә лә көслө, аҡыллы етәксе булараҡ халыҡ хәтерендә урын алған, башҡарған изге эштәре һәм тыуған еребеҙ хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн халыҡ һөйөүе уны үлемһеҙ итте!