• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе – Ураҙа байрамы билдәләнә

Бөгөн мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе – Ураҙа байрамы билдәләнә

Бөгөн мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе – Ураҙа байрамы билдәләнә

Бөгөн, 2 май, мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе – Ураҙа байрамы билдәләнә

Был көн менән изге Рамаҙан айы тамамлана. Ураҙа байрамы – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа ғәйете — изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе көн.

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөтә мосолмандарҙы ошо оло байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, мөхәббәт, һәр өйгә бәрәкәт теләйбеҙ! Тормошобоҙ яҡты, иман нуры менән тулһын! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы