• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте

Бөгөн Нефтекама ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте

Бөгөн Нефтекама ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте

Бөгөн Нефтекама ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте. Был сара хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, иркен аралашҡандар өсөн һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ойошторолдо. «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында ойошторолған был халыҡ-ара белем биреү акцияһында Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ла әүҙем ҡатнашты. Тантаналы сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Ғайсин асты. Күркәм сара Иҙел Исҡужин, Айваз Малыбаев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин башҡарыуындағы башҡорт халҡының милли «Урал» гимны менән башланды. Диктант яҙырға килгәндәргә Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы исеменән бүләктәр бирелде. Бөтә ҡатнашыусыларға ла сертификат тапшырылды.Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған был сара күркәм байрам кәйефендә үтте.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы