Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә сығыш яһаны
Бөгөн, 22 октябрь, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары “Шәжәрәңде барла» концерт программаһы менән Ағиҙел ҡалаһының «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә сығыш яһаны. Мауыҡтырғыс тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм билдәле «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын тамашасыларға бүләк итте. Ағиҙел халҡы саранан бик ҡәнәғәт булып, ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Программала Туймазы ҡалаһындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил сығыш яһаны.
24 октябрь 19 сәғәттә беҙ тамашасыларҙы Балтас районының Иҫке Балтас ауылында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский