• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Дүртөйлө ҡалаһында сығыш яһаны

Бөгөн, 31 октябрь, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары “Шәжәрәңде барла!» концерт программаһы менән Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө ҡалаһында сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле сағыу тамаша йыр-моң һөйөүселәр күңеленә хуш килде. Артистарҙың һәр бер сығышын улар түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм көслө алҡыштарға күмде.

Тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Стратегик тикшеренеүҙәр институты» Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының баш белгесе, «Без башкортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының хәрәкәте етәксеһе Бәхтиев Радик Рәлиф улы, Туймазы ҡалаһының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил, Дүртөйлө районы башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты башлығы Хөсәйенова Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы, Дүртөйлө районы Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әхмәҙиев Илнур Нәжип улы ҡатнашты.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы