Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Яңауылда сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Яңауылда сығыш яһаны
Бөгөн, 29 октябрь, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары “Шәжәрәңде барла» концерт программаһы менән Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһында сығыш яһаны.
Был тантаналы сарала Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзғиәтов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе
Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Яңауыл районы башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Заян улы Яхин ҡатнашты.
30 октябрь 19 сәғәттә беҙ тамашасыларҙы Нефтекама дәүләт филармонияһында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский