Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһында сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһында сығыш яһаны. Бейеүгә, йыр-моңға бай күңелле тамашала талантлы артистарыбыҙ башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны, шулай уҡ сағыу тамашаны нәфис һүҙ, милли музыка ҡоралдары композициялары, данлыҡлы «Түңгәүер” бейеү ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр биҙәне. Мауыҡтырғыс концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский