• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Свердловск өлкәһендә Һабантуйҙа булды

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Свердловск өлкәһендә Һабантуйҙа булды

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Свердловск өлкәһендә Һабантуйҙа булды

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡайтауаз» татар эстрада төркөмө Свердловск өлкәһе Түбәнге Һырға районының Араҡай ауылында иң күңелле милли байрамдарҙың береһе – Һабантуйҙа булды. Филармониябыҙҙың моңло йырсылары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары Араҡай ауылы тамашасыларына үҙҙәренең иң күркәм сығыштарын бүләк итте. Һабантуй байрамы бик күңелле, юғары кимәлдә үтте. Сағыу концерт программаһынан тыш, халыҡ уйындары һәм милли көрәштә ҡатнашып, артистарыбыҙ араһынан иҫтәлекле бүләк яулаусылар ҙа булды. Улар байрамдан дәрт, илһам алып, ҡыуанып-шатланып ҡайттылар.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы