Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Тәтешле районында сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Тәтешле районында сығыш яһаны
Бөгөн, 26 октябрь, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары “Шәжәрәңде барла» концерт программаһы менән Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле сағыу тамаша йыр-моң һөйөүселәр күңеленә хуш килде. Артистарҙың һәр бер сығышын улар түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм көслө алҡыштарға күмде.
Программала Туймазы ҡалаһындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил һәм Тәтешле районының ветерандар советы рәйесе Әнәс Мәғзүмов сығыш яһаны.
28 октябрь 19 сәғәттә беҙ тамашасыларҙы Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский