• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәновтың юбилей кисәһе үтте

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәновтың юбилей кисәһе үтте. Ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаны. Залда ла, сәхнәлә лә юбилярҙың дуҫтары, яҡындары, ижадташтары йыйылған ине. Программала юбиляр башҡарыуында өр-яңы йырҙар һәм тамашасылар яратып тыңлаған билдәле, популяр хиттар яңғыраны, шулай уҡ ижадташ дуҫтарының сығыштары ла булды. Мауыҡтырғыс тамашала Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло һәм оҫта йырсылары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң күркәм сығыштарын бүләк итте.
Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ күңелле ял минуттары бүләк итте.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы